Поздравление Главы Администрации муниципального района Бурзянский район Г.М. Манапова с Днем медицинского работника
Һәр йыл июнь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә медицина хеҙмәтҡәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Һәр йыл июнь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә медицина хеҙмәтҡәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы районыбыҙҙың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарын ихлас ҡотлайым!
Был матур көндә беҙ изге теләктәребеҙҙе тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән, төрлө бәләләрҙән ҡотҡарып, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлыларға арнайбыҙ. Улар көнө-төнө беҙҙең тыныслыҡты, һаулығыбыҙҙы күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡлай, төрлө сирҙәрҙән дауалай.
Байрам айҡанлы барлыҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, сабырлыҡ һәм эштәрегеҙҙең һәр саҡ уң булыуын теләйем!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М.Манапов
Последние новости
Заседание рабочей группы по соблюдению прав граждан на оплату труда
В республике обсуждены меры для улучшения ситуации с задолженностью по заработной плате.
Заседание административной комиссии в Сибае
Обсуждение 35 дел о административных правонарушениях.
Заседание административной комиссии в Сибае
Обсуждение административных правонарушений в городе
Частотный преобразователь
Подбираем решения под ваши задачи с учётом особенностей оборудования и требований