ГӨРЛӘП ҮТТЕ ҺАБАНТУЙ!
Һабантуй - ауылдың уңған һәм егәрле эшсәндәренең тырыш хеҙмәтен данлау, башҡаларға халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын күрһәтеү, милли ризыҡтарыбыҙ менән килгән ҡунаҡтарҙы һыйлау,
Һабантуй - ауылдың уңған һәм егәрле эшсәндәренең тырыш хеҙмәтен данлау, башҡаларға халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын күрһәтеү, милли ризыҡтарыбыҙ менән килгән ҡунаҡтарҙы һыйлау, уларҙы үҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һәм йолаларыбыҙ менән таныштырыу байрамы ул. Быуаттар төпкөлөнән килгән, кешеләрҙе бер майҙанға туплаған матур сара кешеләрҙе яҡындары, дуҫтары, таныштары менән берләштерә, күңелле осрашыуҙар бүләк итә.
Ошондай байрамдарҙың береһе Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә Һөләймән ауылында үтте. Инициаторы булып мәктәп мөдире Эльвира Гөзәирова, бағымсыһы булып грек-рим көрәше буйынса СССР-ҙың спорт мастеры,спорт судъяһы, милли көрәш буйынса Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры - Роберт Кәримов сығыш яһаны.
Һабантуйҙы I, II, III дәрәжә миҙалдары менән бүләкләнеп, Йәмәғәт эштәренең хәүефлек начальнигы булып эшләп, әлеге мәлдә хаҡлы ялда булыусы Ильгиз Ғөзәиров ойошторҙо.
Һабантуйҙың тантаналы өлөшө, традицияға ярашлы, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән асылды. Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл биләмәһе халҡының шатлығын уртаҡлашырға СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Фәниә Әсәҙуллина, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, агроном, иҡтисадсы, ғалим, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Франис Сәйфуллин, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Анфиса Ишмөхәмәтова, Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов һәм башҡалар килде. Улар йыйылыусыларҙы һабан байрамы менән ихлас күңелдән ҡотланы һәм ауыл хеҙмәтсәндәренә намыҫлы, еңел булмаған эштәре, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булыуҙары, тыуған ерҙәрен һөйөүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҡунаҡтар һөләймәндәрҙең берҙәм, тырыш, уңған халыҡ булыуын билдәләп үтте.Уларға рух күтәренкелеге, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм яҡшы кәйеф теләне.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр, сығыш яһаусы үҙешмәкәр артистар һабантуйҙы үҙ сығыштары менән биҙәп ебәрҙе. Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үткән сарала уҡытыусыларға дан йырланды һәм сәхнә түрендә уларға һүҙ бирелде.
Һабантуй башҡорт милли уйындарға бай булды. Милли көрәш, һәр ваҡыттағыса, иң тамашалы уйындарының береһе булып ҡала. Үҙ көсөн һынап ҡарарға төрлө ауылдарҙан береһенән-береһе көслө, таһыллы бил бирмәҫ көрәшселәр йыйылғайны. Бөтә чемпиондарға – биш еңеүсегә төп приз итеп тәкә бирелде, призерҙар иҫтәлекле бүләктәр алды.
Йыр, бейеү, гармунсылар конкурстары, арҡан тартышыу, көйәнтә менән ярышыу, көршәк ватыу һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашыусылар ҡиммәтле буләктәр алып ҡыуанды.
Бына тағы бер Һабантуй байрамы тамамланды...
Уны үткәреүҙә матди ярҙам күрһәткәндәргә, ярыштар ойоштороусыларға, концерт ҡуйыусыларға, тирмәләр ҡороп, тәмле аштар менән һыйлаусыларға - ҙур рәхмәт. Дөйөм хеҙмәт һәм хеҙмәттәшлек ярҙамында байрам шундай сағыу, тамашалы һәм матур үтте! Бар күңелен һалып һабантуйҙы үткәреүселәргә иҫәнлек-һаулыҡ, артабан да эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Последние новости
Обсуждение вопросов реабилитации и лечения в Республике Башкортостан
Власти проведут встречи по вопросам обеспечения льготных граждан
Публичная защита нацпроекта "Демография" в Иглинском районе
Участники конкурса "Трезвое село 2024" представили свои материалы.
Обострение ситуации в регионе: новые меры безопасности
Власти принимают дополнительные меры в ответ на растущее напряжение.
Частотник
Осуществляем поставку в оговоренные сроки, обеспечивая быструю отправку